Сайт писателя-сатирика Инсура Мусанифа

Инсур Мусанниф

Официальный сайт писателя-сатирика

Фатихамды бирәм һиңә (пародия)

Дата написания: 
05 декабря 1994

Фатихамды бирәм һиңә
Пародия

Бәндәләрҙе риҙыҡ йөрөтә, ти,
Һине мөхәббәтем йөрөтөр.
Фатихамды бирәм сәфәреңә,
Юлдар ғына һине ир итер.
Фаҡиһа Туғыҙбаева, «Фатихамды бирәм һиңә».

Әгәр сәфәр сыҡһаң
Нәшриәткә,
Мин фатиха бирәм юлыңа,
Һүрәтемде һалам янсығыңа,
Ҡәңәштәр ҙә һалам мул ғына.
Ҡарурманда бүре бөткән, тимә,
Ҡыуа төшһә улар артыңдан,
Шиғырҙарым уҡы – көсөң артыр,
Шағир даным килә тыуғандан.
Бүре – бүре инде, танып була,
Танып ҡара юха йыланды?!
Әүрәтер ул сибәр бер ҡыҙ булып,
Ҡылған булып йәрең ҡылғанды!
Әүрәтер ҙә, янсығыңды алыр,
Көтөп кенә кәрәк ваҡытын.
Һүрәтемде күрһәт – төсө ҡасыр,
Исемемде әйтеп ал ҡотон.
Кәңәшле эш һис тарҡалмас ул, тим,
Һаҙый ҡыҙы булам, Фаҡиһа.
Сығаралһаң, китап сығар, әйҙә,
Һиңә үҙем бирәм фатиха.
Шағирҙарҙы китап йөрөтә, ти,
Нәшриәттең юлы ир итер.
Фатихамды бирәм һәм ул һине
Яңы китаплы шағир итер.
Инсур Мөсәнниф.
5.12.1994.

Добавить комментарий