Сайт писателя-сатирика Инсура Мусанифа

Инсур Мусанниф

Официальный сайт писателя-сатирика

Әллә аттар сабышты, әллә уҙҙы яңы составтар

Дата написания: 
28 сентября 1994

Инсур Мөсәнниф

Әллә аттар сабышты,
әллә уҙҙы яңы составтар
Бер шаршаулы пародрама

Катнашалар: шағирҙәр Инсур Йәһүҙин, Фазлый Ғәлиәхмәтов, Рәмил Ҡол-Дәүләт, Әхмәр Үтәбай, Марис Нәзиров, Тамара Искәндәрова, Гөлнур Яҡупова, Рафиға Усманова, Гүзәл Ситдикова, толпарҙар, дүнәндәр, тайҙар, айғырҙар, дөлдөлдәр һәм башка ат ҙаттары.

Сәхнәлә, төркөмдәргә бүленеп, үҙара һөйләшеп, шағирҙар басып тора. Тышта ямғыр яуғаны ишетелә.
Ф.Ғәлиәхмәтов (һағышлы). Пар аттар ҙа егелмәгән,
Ҡыңғырауҙар сыңламай…
Р.Ҡол-Дәүләт (яманһыу). Ямғыр ҡоя, күшегәләр аттар,
Бәйге бирмәҫ дүнән, айғырҙар…
И.Йәһүҙин (истәлектәргә бирелеп). Беҙ, малайҙар, сыбыҡ атты,
Шуклыҡты һыбай менеп,
Пыр туҙҙырып урамдарҙан
Үтәбеҙ хәтәр елеп.
Р. Ҡол-Дәүләт (уға ҡушыла). Тал кылысты болгап елә инек,
Тал толпарға менеп атланып,
Кәсәрткәндәр – «яуыҙ» дошмандарҙы –
Кисәкләргә турап ташланыҡ.
Г.Яҡупова (уларҙан көлөп, шуҡ). Көмөш яллы юрға еләме ни…
И.Йәһүҙин (янаулы). Тиҙҙән толпар кеүек йүгерерһең…
Ә.Үтәбай (уны йөпләп). Быға тиклем артта ҡалған
Атың елеп, алдан килер…
Р.Ҡол-Дәүләт (уйсан). Саба торғас тезгененә тотоноп,
Тормош тигән ярһыу бер аттың,
Сирек юлын мин үткәнмен икән
Күҙ күреме етмәҫ быуаттың…
Ә.Үтәбай (уға, ҡыҙғаныу хисе менән). Сараһыҙҙыр самаларың,
(Атың булһа сабан, арыҡ)…
Р.Ҡол-Дәүләт (үҙе лә аптырап). Дуҫтар ҡала, ә мин еләм әле
Сат ябышып тормош атына.
Ә.Үтәбай (дуҫтарса иңбашынан ҡағып). Тәүәккәлләп кенә ҡара,
Күтәрерһең хата атты…
Р.Ҡол-Дәүләт (уйсан). Ә бит ҡайсак эйәреңдән мәлһеҙ
Осҡаныңды һиҙмәй ҡалаһың…
М.Нәзиров (олпат). Һынауҙарҙа саптарыңдан ҡолаһаң да,
Атың тороп ҡабат эйәрләнең иһә,
Тояғынан осҡон ҡалһа сәсрәп –
Был доньяла барға ғына исәпләнмәйһең…
Ф.Ғәлиәхмәтов (булғанына шөкөр итеп). Арғымактар менеп сапманым…
Атым менән янәш атланым.
Атҡа ауыр, ләкин ул кисерә,
Илай белмәй ул йөк аттары…
…Булғаны бар ауыр арба һөйрәп,
Саптарымдың юлда тайғаны…
Һабантуйҙа елер толпар түгел,
Якыныраҡ миңә йөк аты…
Тышта, дөбөрҙәшеп, бер өйөр аттар сабып уҙғаны ишетелә.
М.Нәзиров (асыҡлыҡ индереп). Ат эйәрләп сапты ир-аттар…
Т.Искәндәрова (ҡыҙығып). Сабып үтте йылғыр толпарҙар…
Дөбөр-дөбөр сапҡан аттарға
Ҡарап калдым…
Әкиәттәнме әллә был аттар? (Күп уйлап тормайынса, ергә ятып әсәренеп тыңлай):
Ер һелкетеп йырлай тояҡтар!..
Тояҡтар йырында –
атайҙар тауышы,
быуаттар ағышы,
ғүмерҙәр балҡышы…
Тояҡтар йырында –
бала саҡ саткыһы,
тыуған яҡ йылыһы,
караштар яктыһы…
Тояҡтар йырында –
йөрәгем тибеше,
мәлдәрҙең, йондоҙҙай,
сағылып үтеше…
Күлдән алыҫ ғәжәп ил барын
Ишеттем мин тояҡ йырында…
(Хыялға бирелеп).
Эх, сабырға болот яллы атта,
Оло юлдың саңын туҙҙырып…
Ҡайҙа икән минең толпарым?..
И.Йәһүҙин (уң күҙен ҡысып). Йөрәккенәм – ярһыу толпар…
Т.Искәндәрова (уны ишетмәйсә). Эх, толпарым минең, һин ҡайҙа?
И.Йәһүҙин (һул күҙен ҡысып). Йөрәккәем – дөлдөл толпар…
Сәхнәгә ҡапыл, тояғынан ут сәсрәтеп, Дөлдөл толпар сабып килеп инә, яңратып кешнәп ала.
И.Йәһүҙин (тантаналы). Дөлдөл толпар ғынам ҡайткан, ана!
Т.Искәндәрова һикереп дөлдөлгә атлана.
Т.Искәндәрова (тантаналы). Бер ынтылыш –
Һәм мин толпарҙа!
И.Йәһүҙин (риҙаһыҙ, үртәлеп). Ирҙәр генә менер дүнәндәргә
Уҡаланған эйәр һалына…
Г.Яҡупова (һоҡланып). Әйтерһең, яҡшы ат менгән
Бер ир килә…
Т.Искәндәрова (уйсан). Тыпырсынып, офоҡ артынан
Ниҙер эҙләй ярһыу атым да…
Юлдар шаңын микән
Толпарҡайым көтә сапсынып?..
И.Йәһүҙин (Дөлдөлдө яратып). Үрәпсеп тә тора тайғынам…
Т.Искәндәрова Дөлдөлдә сығып саба. Шағирҙар, йыйналышып, уны күҙәтеп торалар.
Р.Ҡол-Дәүләт (үкенесле). Ҡыҙып-ҡыҙып сапкан ҡола ҡашҡа
Тапап ҡына үтте муйылды…
Ә.Үтәбай (һөйөнөп). Ауыҙлыкһыз саба шатлыктарым,
Йөрәк-атым шулай теҙгенһеҙ…
М.Нәзиров (тантаналы). Үтһен йылдар аҡбуҙатта,
Изгелеккә күмелеп…
Г.Ситдикова (кулып сәпәкәйләп). Елдер, саптар, йондоҙҙарға елдер…
Елдер, саптар, сапһын ғүмерем кеүек,
Тояҡтарың йондоҙ һипһендәр…
Г.Яҡупова (Р.Усмановага). Ҡырағай тай ул – мөхәббәт…
Р.Усманова (һөйөнөслө). Ҡапкабыҙҙа егет-елән
Ат бәйләргә алҡа тора…
Апайҙарҙы пар аттарҙа
Еҙнәкәйҙәр алып сапты.
Тағы бер ят егет аты
Ҡайыра, ти, беҙҙең яҡты…
Г.Яҡупова (серле итеп). Таң алдынан ғына ҡайтып китә,
Менгән генә аты – ҡара тай…
Баш осонда йөҙгән ҡара болот
Болот түгел икән – ҡара тай…
Т.Искәндәрова кире әйләнеп ҡайтып, И.Йәһүҙингә Дөлдөлөнең ялын тоттора.
Т.Искәндәрова (мысҡыллы). Боронғонан егет – яусыл,
Аты - өмөт.
Ҡыҙзар көтөр, егет ҡайтыр
Булған элек.
Дөлдөл, ҡапыл И.Йәһүҙиндең ҡулынан ысҡынып, сығып саба. Уның урынына бер ҡолонсаҡ килеп инә.
И.Йәһүҙин (уны танып). Бала саҡтың ҡолонсағы… (Нимәлер эзләй. Тик таба алмай. Үртәлеп). Ҡайҙа ғына булды өҙәңгеләр?
Эх, ҡалмаған хатта һыңары…
Юлға сығам яйһыҙ эйәремдең
Юғалтыуҙар элеп ҡашына…
И.Йәһүҙин өҙәңгеһез эйәргә атланып сығып китә. Тик шунда ук дөбөрдәгән тауыш килә. И.Йәһүҙин, акһаҡлап, кире инә.
И.Йәһүҙин (һыҙланып). Егет саҡтың өркәк тайғынаһы…
Т.Искәндәрова (уға күрһәтеп). Хәҙер нисек? Яугир ҡыҙҙар
атка менеп
Һөйөүҙәрен яҡлай. Шып-шым
аҡһай егет…
И.Йәһүҙин (бирешмәйсә, пафос менән).
Малайҙарҙың егетлеге –
Атҡа менеп елгәне;
Атҡа менеп елгәне,
Осҡон сәсеп килгәне.
Егеттәрҙең ир икәне –
Дауылдарға тиң икәне;
Дауылдарға тиң икәне,
Йөрәгендә ил икәне…
Сәхнәлә тынлыҡ урнаша. Бер аҙҙан сәхнә артында ниндәйҙер тоноҡ тауыш ишетелә.
Г.Ситдикова (тыңлашып торғандан һуң, бик уйсан).
Әллә аттар сабышты,
Әллә уҙҙы яңы составтар…
Барыһы ла ҡолаҡ һалып тыңлап торалар. Тик сәхнә артында тынлыҡ.
Шаршау.
1992-28.09.1994.

Кайза, кайсан басылган: "Йәшлек" гәзите, 13.10.1994, №? - гәзиттә йыллык һаны күрһәтелмәгән, гомум исәбе буйынса №3235.

Добавить комментарий