Сайт писателя-сатирика Инсура Мусанифа

Инсур Мусанниф

Официальный сайт писателя-сатирика

Письмо Н.Гаетбаева

Категория: 
Дата написания: 
31 января 2014

Сәләм, Инсур!

Һинең хикәйәләреңде уҡып сығырға оҙаҡ ҡына ваҡыт-форсат теймәне.
Май аҙағында Казанға барабыҙ, тип ҡаңғырыштык. Унан ҡайтҡас, мин йәнә Казанға киттем. Унда Өфөнөң академтеатры гастролдә. Шунда минең драманың премьераһын күрһәттеләр.
Һәм бына, ниһәйәт, июндең 19-ында рукопистарға тотонорға мөмкинселек тыуҙы. Тәүгеләрҙең береһе итеп һинекен уҡыным.
Ҡотлайым! Һәйбәт хикәйәләр. Тик хикәйәләреңә ниндәйҙер икенсе исем табырға ине. Мәҫәлән, «кыҙыҡ хикәйәләр», «новеллалар», «нәсерҙәр», «уймаҡ хикәйәләр» йәки башҡа төрлө…
Юғиһә, «хикәйә» тигәс мин үҙемдең консерватив аңым менән бер оло, ҙур нәмә күҙ алдына килтерәм. Һинең әсәренде уҡып сыҡҡас разочарование тыуа тәүҙә. Әммә бер-икәүһен уҡығас уның жанры хикәйә түгеллеген аңлайһың, һәм күңел тыныслана. Әҫәрең оҡшай башлай.
Инсур! Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы: хикәйәләрең оҡшаны. Мин уларҙы проза сексияһына ҡуйып тикшерергә тәкдим итәм. Һис шикһеҙ әҫәрҙәрең китап булып сығырға тейеш. Һәм мин ышанам – сығасаҡ.
Әммә миндәге хикәйәләр генә аҙ. Бында бөтәһе 50 бит самаһы. Йәгни, 2 табаҡ ҡына. Яҙған яңы әсәрҙәрең юҡмы? Әгәр тикшереүгә 75-100 бит самаһы бирһәң шәп булыр ине.
Йәнә шул: һин әсәрҙәреңде машинкала баҫтырып (3 экземплярҙа) бында килтереп кит (Союзға). Мин секцияға бирермен. Әммә тикшереү көҙһөҙ булмаҫ. Сөнки хәҙер йәй башланды – отпускала халыҡ.
Бына шул ине әйтер һүҙем.
Һиндә тел бар, һәләт бар. Кеше психологияһын, характерын беләһең. Оҙонораҡ хикәйәләр яҙырға кәрәк. Повестҡа тотонорға да ҡурҡма.
Ярай, һау бул. Миндә һинең «Ауылдаштар» тигән йыйынтығыңдағы бөтә хикәйәләрең бар. Тик «Мин дә китап язам» тигәне генә юҡ. «Телһеҙ гармун ҙары» һәм «Профилактика» - 2-шәр экземпляр. Былары к сведению.
Ярай, һау бул. Хат ҡөтөп: Наил Ғәйетбаев.
20 июнь 89 йыл.

Примечание.
Гаетбаев Наил Асхатович (20.06.1948) - уроженец г. Баймак, видный драматург, прозаик, поэт, заслуженный деятель искусств РБ (1993), заслуженный работник культуры РФ (2011). Литературный консультант Союза писателей Башкирской АССР (В 1988-1990), заместитель, первый заместитель министра культуры Республики Башкортостан (1992-1998), главный редактор журнала «Тамаша» (1994-2010), генеральный директор Национального литературного музея Республики Башкортостан (2000-2007), председатель правления Союза писателей РБ (с 2014 г.). Член Союза писателей СССР (1980).

Добавить комментарий