Сайт писателя-сатирика Инсура Мусанифа

Инсур Мусанниф

Официальный сайт писателя-сатирика

Шиғырлы дәрестәр Математика дәресендә: «Шиғыр уҡырға кәрәк, малай…» Паро-тел сарлау

Дата написания: 
28 сентября 1994

Инсур Мөсәнниф
Шиғырлы дәрестәр
Математика дәресендә:
«Шиғыр уҡырға кәрәк, малай…»
Паро-тел сарлау

Кәрим бөгөн дәрескә тағы һандарҙы ятлап килмәгән. Уҡытыусы үткән дәресте ҡабатларға ҡушҡас, башын эйеп тик торасы.
- Оят түгелме һиңә, Кәрим? – тип оялта уны уҡытыусы апай. – Ана, Мараттан үрнәк алыр инең. Ул һандарҙы ҡалай тиҙ яттан күңеленә бикләп алды. Йә әле, Марат, һанап күрһәт.
Марат һикереп торҙо ла, теле-телгә эйәрмәй, берҙән йөҙгә ҡәҙәр һанап та сыҡты.
- Мин меңгә генә түгел, миллионга ҡәҙәр ҙә беләм әле. Дауам итәйемме? – тине унан, ирәйеп.
- Етеп торор әлегә. Ултыр, Марат, маладис! – тип мактаны уны уҡытыусы апайыбыҙ. – Бына, Кәрим, Мараттан өлгө ал. Хәтерҙе яҡшыртыу серҙәрен дә асып бирерһең бәлки, ә, Марат?
- Ә уның нимәһе бар? Мин шиғырҙәр укырға яратам, айырыуса йәш шағирҙарҙыҡын. Бына, мәсәлән:
…Ҙур бер эш тамамлаған кеүек,
Йәш бер шағир иркен һуланы…
…Йәш бер хирург
Иң ауыр операцияһын эшләне…
…Йәш бер шағир уртын тешләне…
…Йәш бер шағир шартлап асылды…
…Йәш бер шағир ҡапыл төшөндө…
…Берәү бер батырлык менән бөйөк…
…Сәңгелдәктә иҙрәп йоҡлай
Бер бала…
…Нисәү өсөн йәшәй бер йәне?!..
…Бер бөртөк тә орлоҡ төшмәгән…
….Күк-ғаләмдә ғәҙиҙ ерем
Бер саң ғына…
…Бер яғында ҡояш көлә,
Боҙ ҡаплаған бер яғын…
…Бер ҡитғала мин йәшәйем…
…Юрый ғына, бер һирпелеп ҡарап, -
Бер йылмайып ҡыҙзар уҙһалар…
…Сәскәләр шиңерҙәр бер аҙҙан…
…Был доньяла бер тамсымын…
…Бер тамсы булып ҡына…
…Донья бер шатлыҡтан тормағанда…
…Килер бер мәл…
…Был минута һулыштар ҙа
Бер инеләр…
…Уралымдың бер илсеһе булып…
…Талғын ғына бер көй сыңлағандай…
…Аҡ икмәккә ҡарап бер ҡарт илай…
Ф.Ғәлиәхмәтов.
Ошоларҙы һөйләп бөткәс, Марат Кәримгә өстән генә һөҙөп ҡарап алды ла:
- Шиғыр уҡырға кәрәк һиңә, малай, - тип ҡуйҙы. – Шунан да яҡшыһы юҡ. Бына бит:
…Бер ынтылыш ҡына ҡәрәк тик,
Бер ынтылыш…
…Был үҙе бер тарих,
Үҙе бер ҡобайыр…
…Берәү ҡалды тауҙа…
…Моңһоу бер хәҡиҡәт…
…Бер хәҡиҡәтте астым…
…Һине бер күрергә теләүем…
…Үсә ине матур бер сәскә…
…Был сәскәғә етә бер ус тупраҡ…
…Бер ус шатлыҡ шулай бирәлер…
…Аңлашылмаҫ бер сфинкс миңә һинең төҫөң…
Т.Искәндәрова.
Уҡытыусы ла ҡыҙыҡһынып китте:
- Йәле, йәле, тағы!
Марат инәлдереп торманы:
…Юҡ, табылмаҫ бер көҫ…
…Еремә бер аҡ нур булып…
…Юлһыҙ-ниһеҙ саҡта
Йән булалмаҫ кеүек бер йәнем…
…Дәү бер донья бүләк иттең…
…Бер яҡтылыҡ булды бөгөнгө көн…
…«Ҡорал» тигән бер һүҙ булманы…
…Тағы бер көн ошо яман хәбәр…
…бер йәшәүем минең – бер бөтен…
…Тағы бер таң күрер өсөн генә…
…Тыуыр шундай бер көн…
И.Йәһүҙин.
Марат тын алайым, тип туҡтап та бөтмәне, тирә-яҡтан урман кеүек ҡулдар күтәрелде:
- Апай, апай, беҙ ҙә беләбеҙ, мөмкинме?!
- Мөмкин, билдәле. Әйҙәгеҙ, бына был партанан, Әхсәндән башлайыҡ. Бөтәгеҙгә лә сират етер, йәш шағирҙәр шаҡтай бит. Әхсән, әйҙә…
Әхсән сәсрәп торҙо ла, тезеп китте:
…Һеҙгә лә бер тейер иҙгелегем…
…Бер һүҙ етә боҙланырға…
…Барыһы ла шул бер һүҙзән…
…Аңламайым – ниңә бер бәндә,
Бәхетлеләр артһа, көйөнә?
…Абынғанды көткән бәндәгә
Артыр ине бер һүҙ һөйләргә…
…Бер битараф булып йәшәргә
Тыуҙыммы ни бында...
…Ғәфү иттем… Мин бит бер ҡатлы…
…Ҡара, тине аҡты бер бәндә…
…Атылғанда берәү упҡынға,
Тотоп ҡалдым уны ҡыҙғанып…
…Мин дә түгел хәҙер бер ҡатлы…
…Күк йөҙөндә бер ни күренмәй…
…Был афәттә, беләм, ғәепле бит,
Ғәепле бит һеҙҙең берегеҙ.
Шул берегеҙ бында усаҡ яҡты…
…Ер шарының һәр бер нөктәһенә
Төбәй дошман үлем уҡтарын…
…Был беҙҙең бер кескәй доньяла,
Бар нәмә әйләнә, тулғана…
…Кем килә беренсе сабышта?...
…Больницала бөгөн көрәш барҙы
Бер ғүмерҙе һаҡлап ҡалыуға…
…Бер үк тупраҡ ҡуйынында
Ҡолдары ла, батшаһы ла…
…Минән күҙ йәштәрен
Көтә ине берәү тилмереп…
…Дуҫтарымдың ошо бер кәңәшен
Хәтеремдә тотам…
Иҫ киткес бер моңло көйҙө
Уйнағайның ҡурайҙа…
…«һинән ҡәҙерлерәк
Бер кешем юҡ минең доньяла»…
…Аҡланып һин бер һүҙ әйтмә…
- Йә, етеп торор, Әхсән. Ултыр. Сулпан Миңлебаева апайыңдың ижатын яҡшы өйрәнгәнһең. Бәлки тағы ла уның әҫәрҙәренә мөҡиббән китеүселәр барҙыр?
- Мин! – тип һикереп торҙо Айрат һәм, әйткәнде лә көтмәй, бер-бер артлы шигыр юлдары теҙә башланы.
…Йылдар буйы йөрәгендә
Бер һүҙ ята һөйгәненә,
Бары ул тип көйгәненә,
Берҙән-берем тигәненә…
…«Белмәйҙәр, - тип, - һис бер әҙәп,
Оноттолар йолаларҙы».
…Бындай сағым
Беренсе кат минең ғүмерҙә…
Беренче ҡат һағыш алдында мин
Күҙ йәшемде түгеп еңелдем…
…алйып, йә аҙашып,
Бер урамды күпме ураным…
…ҡанат ҡуйҙың,
Йондоҙло төн, моңһоу бер ҡыҙға…
…Кеҫкәй генә ошо бүләк
Бер сер булып ҡалды инде…
…Ә мин бары яңы ғына
Көй өйрәнгән бер ҡурайсы…
…Әйтелмәйсә һаман ҡала бирә
Һиңә генә әйтер бер һүҙем…
…Бер үк һүҙҙе өҙөлөп ҡабатлайым…
С.Миңлебаева.
- Рәхмәт, Айрат. Тик бында һин генә түгел бит әле. Унан башҡа шағирҙәр ҙә үҙ өлөшөн көтәлер.
- Ярай һуң. Бына Зәлифә Марис Нәзировтын шиғырҙарын ярата. Сөнки ғашиҡ булған, хи-хи-хи…
- Йә, ундай әйберҙән көлөргә ярамай, Айрат. Яратһын, әйҙә, зыяны юҡ. Әйҙә, Зәлифә аҡыллым…
Зәлифә Айратка бер аҡайып ҡараны ла, ҡыҙарып-бүртенеп тороп баҫты һәм шиғыр һөйләй башланы:
…Бер һүҙендән бәхетлемен…
- Әйттем бит мин һеҙгә… - тип Айрат ҡысҡырып ебәргәйне… ауыҙына Зәлифәнең бер ҡитабы «шап!» итеп барып тейгәс, бер аҙға шым булды. Ә Зәлифә, илап, кластан сығып уҡ йүгерҙе.
- Ярай, балалар, тәртипле булығыҙ. Сираттағы укыусыға күсәйек. М.Нәзировҡа ла барып етербеҙ. Әйҙә, Зәйтүнә башла.
…Ҡан-йәш түкмәй бер еңеү зә килмәй…
…Һәр бер көндең үҙ ҡайғыһы…
…Бында бер нәмә лә артыҡ түгел…
…Барыһы ла бында бер бөтен…
…Ә мин кем һуң, бер сүп түгелме?!..
…Йүкәләрҙең бер япрағы булып…
…Бер көн ауырмын,
Уны мин беләм.
Ауған еремдән
Сығыр бер үлән…
…Бер һылыуға күҙем төшөп,
Ауыҙым беште, малай!..
…Ҡурсаларға бер кем дә юҡ…
…Иламағыҙ! Бер ни булмаған.
Бары көсөк үлгән…
…Эстән көйөп, тыштан көлөп
Дәртле бер йыр һуҙған булам…
Сәсен йолҡоп илай бер ҡол
Мәхәббәт зинданында…
…Барыбыҙ ҙа бер үк йорттан…
…Бер мөғжиҙә күрҙем бер төн,
Һөйләйем мин алдамай…
…Хәлдәремде белгең килһә, иркәм,
Бер әйләнеп ҡара ҡаҡ тауға…
…Йәш бер бала ыңғайына
Уйнаған һымаҡ булдым…
…Бер ҡара ҡош моңһоу ғына йөҙә…
…Әле лә исемдә
Томанлы бер иртә…
Бары бер минутҡа
Яңылышып ҡына килһәңсе.
Көтә-көтә тағы бер көн үтте…
…Бер кем ҡаршы алмай…
…Юҡ уларҙы бер кем ҡайғырткан…
Р.Дәүләтколов.
- Ярай, балалар, етеп торыр бөгөнгә…
- Юҡ, апай, юҡ, һөйләйбеҙ! Һөйләйек, йәме???
- Ярай, улай булғас… Сөмбөл, инде һин дауам ит, - тине укытыусы апайыбыҙ, ниңәлер тәҙрәгә ҡарап. Ул да ҡайғырып китте инде әллә? Кемде кем ҡайғыртһын инде был болғансыҡ бер заманда.
…Алыстарҙан дәртле бер көй килә…
…Их, тағы ла бер күрәһе ине…
…Яңы кейәү табып, бер көн шулай
Ул Иванын ҡыуа өйөнән…
- Минең апай кеүек икән… - тип үҙ алдына һөйләнеп ҡуйҙы артҡы партала ултырыусы Вәсим, партаға һалған башын күтәреп. – Уныһын да ҡыуа ул, тегеһе лә бик һөйөнмәһен.
…Бизәнергә тиеп яҡын килһә,
Бер тәлмәрйен ҡарай көҙгөнән…
- Еҙнәм әйбәт ине, шул кәрәк уға, - тине Вәсим, һөйөнөп. Кемдер көлөп ебәрҙе, кемдер илай башланы. Тик апай уларга иғтибар итмәне, бирелеп шиғыр тынлай ине. Ә улар ағылды ла ағылды.
…Сабый ҡулы кеүек бер япрағы
Ҡуйынына керҙе йәшенеп…
…Хайран бер ваҡиға
Ҡат-ҡат килә тағы уема,
Аэропортта бер саҡ урыс ағай...
…Ҡолаҡ һалып ҡына торсо бер аҙ…
…Ҡояш байыр яҡта ир-егеттәр,
Бер ҡайтырҙар ҡояш сығарып…
Г.Ситдикова.
- Бәлки етер, балалар? – тине уҡытыусы, хәлһеҙ генә.
- Юҡ, юҡ, беҙ арыманыҡ әле!
- Әйҙәгеҙ һуң, кем унда сиратта?
- Мин! – Вәкил тауыш бирҙе.
…Бер уйлаһаң, нимә - ағайһыҙлык,
Һез атайһыҙ үскән ағайҙар…
…Һаҡмар
Шул таштарға бәрелеп ярһына:
Ажғырып бер төптәренә бәрә,
Йә сығарып ташлай ярына…
…- Үҙәнеңдә әгәр бер таш булһам,
Сөңгөлөңә сөй һин, Заманым!..
…Зәңгәрлектә эҙе ҡала
Бер ҡоштоң…
…Ауылым йоҡлай, тик бер генә өйҙөң
Тәҙрәһендә уты йылтырай…
…Ихлас төшөп бер ир бала бейей…
…Бала, баҫҡан һәр бер ҡарышыңды…
…Ҡаршылайым бер ғәжәпһеҙ генә,
Өйрәнгәнмен ундай ҡылыҡка…
…Ә бит уның тик бер йылмайыуы…
…Бер һелкенһә шул тулҡындар,
Ниндәй боҙҙар аҡтарылған…
Р.Түләков.
Вәкилдән эстафетаны Вил эләктереп алды:
- …Бер генә беҙҙең Тыуған ил,
Бер генә тыуған әсә.
Бер генә һөйөү, мөхәббәт…
…«Бер генә»нең кәҙерен бел…
…Кеше лә бер генә тыуып,
Бер генә тапҡыр үлә…
…Тағы бер ят егет аты
Ҡайыра, ти, беҙҙең яҡты…
…Ҡыҙғанма,
Ҡалдыр бер аҙға…
…Телдәребеҙ бер, ә ниңә
Аңлашып булмай һис тә?..
…Һәр бер тән күҙәнәгемә
Тыуасаҡ моң булып һеңгән…
…Ләкин уға бер ҡорт төштө
Бөгөн килеп…
…Бер тултырып, һынап ҡарауҙары
Бар доньяны ғашиҡ итерлек…
Р.Усманова.
…Бер минуттай уны күрҙем,
Һағышы ғүмерлеккә…
Ус эсенә алып йәнен
Миңә лә берәү килер…
…Әйт бары бер һүҙ генә…
…Бер тамсылай һыу булсаһы,
Үҙән буйлап киләм яңғыҙ…
…Таралышҡан тулҡындарҙы
Бер көтөүгә кемдәр йыйыр?..
…Бер күреүҙә ғажиҙ ҡалып
Йөрәккә ут ҡабырҙай…
Ә.Үтәбаев.
- Ә Миңлегөл Хисамова апайығыҙҙың шиғырҙарын кем белә?
- Мин беләм, - тип, Гөлүсә оялсан ғына урынынан күтәрелде лә, ҡапыл, ҡыҙып китеп, ҡулдарын һелтәй-һелтәй һөйләй башланы:
- …Һин бит беҙҙең өсөн,
Ғәҙиҙ Башҡортостан, берҙәнбер…
…Бер услап ҡына йотһам да,
Һыуһыным ҡанып ҡала…
…Япрактарҙан бер гөлләмә йыйғас…
…Әллә үҙем бер хыялый,
Яратам бурандарҙы…
…Ынйы-ҡар өстөнә
Бер күҙ ташлаһаңсы, аҡыллым…
…Энә күҙендәй бер ғүмереңә,
Тормош, тормош, һиңә бик риҙа…
…Тупылдатып бер һөйәһе килә…
…Яҙҙан көҙгә бер аҙым…
…Бәхетемә тик бер аҙым…
…Тыуған илең кеүек, әсәң бер ул…
…уйнай йәш бәпкәләр,
Бер осоноп китеп, бер тынып…
Ҡапыл, Гөлүсәне бүлдереп, Вәсим һикереп торҙо ла:
- Апай, ә, апай, ҡарт бәпкәләр – ул үскән ҡаҙҙар була, әйеме? – тип шатлығын уртаҡлашты. Тик уны уҡытыусы апай тағы ишетмәне. Марат ҡына:
- Тик кенә ултыр, тип әйтәләр һиңә-ә! – тип, үртәлеп, уның башына сиртеп алды. Вәсим, күңелһезләнеп, тағы башын партаға һалып, тыңларга әҙерләнде. Гөлүсә тамамлай ине инде:
…Ергә һеңгән тере фажиғәне
Бер көс тә юҡ ерҙән юйырлыҡ!..
…Бала баға бер йәш әсә…
М.Хисамова.
- Ә мин Г.Якупованың шиғырларын беләм, - тип урынынан ҡуҙғалды Йәмилә, был ҡыҙыҡай тынып ҡалыр-ҡалмаҫ.
- Тыңлайбыҙ һине.
…Бер көн тормош
Автограф һорар кешенән…
- Уныһы нимә була тағы? – тип йәнләнеп ките тиктормас Вәсим.
- Автографмы? – тип ҡабатлап һораны уҡытыусы. – Мәскәүҙә 1964 елда сыҡҡан «Русса-башҡортса һүҙлек»тә был һүҙ «авторҙың үҙ ҡулъяҙмаһы» тип аңлатылған.
- Улай икә-ән… - тип һуҙзы Вәсим. Уға тағы ҡыҙыҡ бөттө.
…Көмөш кенә боҙон шишмәнең
Эй суҡыны бер ҡош…
…донья хайран ҡалып,
Шып-шым ғына торҙо бер тына…
…бик-бик ашыҡһаң да,
Бер булмаһа, туҡтап, бер тыңла!..
…Дауыл ҡосоу, дарья кисеү –
Тик бер тапҡыр татыр бәхет…
…Тылсымлы бер әкиәт: таң ата…
…Мәндемемә киләм,
Бер күрергә уны йән атып…
…тәнем сихәт ала,
Һыуҡайыңды эйелеп бер йотһам…
…Бәхетлелер…
Бер шатлығын меңгә бүлеп,
Ҡояш итеп өләшеүсе…
…Әйтерһең, яҡшы ат менән
Бер ир килә…
…Тар итеп киң урамдарын
Бер ир килә…
Йондоҙ ҡабыҙып йыһанда
Бер ир килә…
…бер нахак һүҙ
Хистәремде һүрәнәйтә…
…Тик берәүҙе тапмай күҙләйем…
…Күңел, баҡһаң, әйтерһең, бер ташлыҡ,
Тамыр йәймәс кеүек бер гөл дә…
…Күңелеңде бер баҫыуҙай ярып,
Өр-яңынан орлоҡ сәсәһең…
…Тик бер сәскәс, барыбер ураһың ул…
Г.Яҡупова.
- Йә, инде Кәримдән һорайыҡ: хисапларға ниндәй һандан башлайбыҙ? – тине уҡытыусы.
- Бер! – тип ҡысҡырып ебәрҙе Кәрим, шатлығы эсенә һыймай.
- Маладис! Йә, хәҙер сираттағы һандан дауам итәйек. Тик инде оҙаҡҡа һуҙмайыҡ, Кәрим тиҙ төшөнөр, тип ышанам. Йә, Марат, тағы һинән башлайбыҙ.
…Ике көс йәшәй йәнәшә…
…Ошо ике төскә мансылғандар…
Ф.Ғәлиәхмәтов.
…Ошо ике осо булмаһа…
…Ике «исәр» һәм бер япраҡ…
- Бер һаны булды бит инде!
…Беҙ икебеҙ бер үк романс яҙҙык…
…Ут-ҡанаттар ике яҡҡа ҡайырылды…
…Сәкәләште ике ғәйрәт, сәм, ғорурлыҡ…
…Тутығалар ике ҡылыс ике ҡында…
…Ике утын яна усаҡта…
…Ҡалды ике утһыҙ ҡором-таш,
Ике йәнһеҙ, уйһыҙ торонбаш…
…Айырған да ике йәнде бер-береһенән…
…Ике тамсы – береһе яҙ ярсығы,
Икенсеһе – көҙҙөң күҙ йәше…
Т.Искәндәрова.
- Инде Әхсән дауам итһен…
- …тормош шулай, ике бүләнән..
И.Йәһүҙин.
…Икенсеһе кеше бәхетен
Үзенеке күреп һөйөнә…
…Һиңә кем тип өндәшергә?
Ялағаймы? Ике йөҙмө?..
…Ҡасан ғына балан йыйҙыҡ
Беҙ икәү был туғайҙа…
С.Миңлебаева.
…Тигеҙ урын алған икеһе лә
Йөрәгемдең иң-иң түрендә…
…Бейәләйҙәр – ике бармаҡлы,
Фронтҡа былар…
Г.Ситдикова.
…Ғәжәп итеп оҙаҡ ҡарап торҙом
Йәнәш үскән ике сиренгә…
Р.Түләков.
…Ике йыл ул, һөйөп көтһәң,
Оҙаҡ түгел…
…Һин ике көн яҙмай торһаң,
Ике елдай була шул саҡ.
Ике көн ул
Хәтәр оҙаҡ…
…Икебеҙ ике яртыһында
Ҡалдыҡ тороп…
Р.Усманова.
…Икәү гиҙгән туғайҙарҙы
Ялғыҙым үтәм…
…Икәүләшеп йыһан гиҙәйек беҙ…
…Төнөм менән һерләшәбеҙ икәү…
…Яндарымда ике сәскә генә -
Ике балам инә ҡосаҡҡа…
…Көйрәп яна
Ике яҙмыш ике тупһала…
…Икеһе лә, мәңге сер булып
Ерем йөҙкәйенә уйылған…
М.Хисамова.
- Апай, апай, ә миңә… Яраймы? – тине кинәт Кәрим.
- Ниңә ярамаһын, ярай. Әйҙә әле, - тип, йәнләнеп, уҡытыусы өстәлдән ауырайған башын күтәрҙе.
…Бер үк ялҡын – ике ҡосакта…
…Бергә көйөп, бер көл булырға
Яҙған яҙмыш ике ут-йырға…
Т.Искәндәрова.
…Сәхнәләргә, шаулы майҙандарға
Ике аяҡтың берен атламам.
Р.Түләков.
- Бына бит, Кәрим, тырышһаң, була икән. Хәҙер икегә ҡәҙәр һанарга өйрәндең, иғтибар менән тыңлап ултыр. Йә, балалар, тағы кемдәр ниндәй һандар белә?
Уҡыусылар быны ишетеү менән бер-бер артлы берәмләп тә, икешәрләп тә, хатта өчәрләп тә һикереп тороп, шиғыр һөйләй башланылар. Мәхшәр ҡупты.
…Өсәү… икәү…
Тик юҡ янда өсөнсө дус…
Т.Искәндәрова.
…Өс тел – тотҡа күңел усагыма,
(- Ә беҙҙең күңел усағының тоткаһы ҡайҙа булды икән? Тағы ла атай һатып эскәндер инде… Ни бысагыма… - тип үҙ алдына һөйләнде Вәкил).
Өс терәкле – тормош тағаным…
Һуғыш тамам, өс ғармунсы китеп,
Берәү ҡайтты…
ГСитдикова.
…Һауаларҙы иңләп-буйлап бара
Өсмөйөшлө ҡоштар көтөүе.
М.Хисамова.
…Дүрт тарафҡа һәр саҡ табынам мин…
Дүрт тарафҡа тағы баш эйәм…
И.Йәһүҙин.
…«Алда икмәк торһа,
Дүрт мөйөшлө өстәл – түңәрәк»…
Р.Усманова.
…Билен биштән быуған илем…
Ф.Ғәлиәхмәтов.
…Энәләй ҡайғыһын, дөйәләй, тип, бишкә төрөр…
Т.Искәндәрова.
…Биш энәнең сыңы ҡөй оҙатыр
Йырға күсһә әрнеү-һағыштар…
Г.Ситдикова.
…Бишектәге бишкә төрләнер ул…
…Билкәйеңде биштән быуаһың да,
Ырғытаһың ташты…
Г.Якупова.
…Алтаулап шинель элгәндәр,
Имән сөй һаман түҙгән…
Г.Ситдикова.
…Ергенәмдең йөрәк тамырҙары
Тулышҡандай ете ҡатынан…
Р.Түләков.
…Ете төндә - етмеш уйым…
Г.Ситдикова.
…Етегән!
Һин ниңә алтау түгел икән,
Һин ниңә һигеҙ түгел икән…
…Киң сәхнәлә ете кыҙ бейей…
Р.Түләков.
(- Улар ниңә алтау түгел икән,
Улар ниңә һигеҙ түгел икән… Апай, апай, мин дә шиғыр сығарҙым!!!!!!!!! – тип илереп ҡысҡырып ебәрҙе Вәкил һәм… уянып китеп, бының төш кенә икәненә һөйөнөп, тағы ла сығыш ясауһыларҙы иғтибар менән тыңлай башланы).
…Ете тау артылам, ете дарья,
Ете ҡат ер ярып атлайым…
Г.Яҡупова.
…Ете шәменә лә ут алып…
…Һинең өсөн ете урман,
Ете һыу кисәм кеүек…
И.Йәһүҙин.
…Әйтер ине һигеҙ йәшәр пак сабый…
М.Нәзиров.
…9-сы Май табынынан, гүйә,
Фронтовикты илтәм өйөнә…
Р.Түләков.
…Ирҙәрҙең бар йәшәү өсөн сарсап
Ун үлемде еңеп сыҡҡаны…
Ф.Ғәлиәхмәтов.
…Әй, был тормош. Ниндәй ҡатмарлы ул,
Ун көйҙөрә, берҙе һөйҙөрһә…
Р.Түләков.
…Ынтылыр ине йөҙйәшәр егет…
М.Нәзиров.
…Ун һигеҙ яҙ аҡ торналар менән…
Т.Искәндәрова.
…Ғинуарҙың егерме берен
Онотор тиһең кемдәр…
Ғинуарҙың егерме бере –
Урамда бөгөн һалҡын…
Ф.Ғәлиәхмәтов.
…Бер сиреге тиеп яҙам, да ул,
Шулай була ҡалһа, ҡана һуң…
Р.Дәүләтҡолов.
- Сирек, балалар, йөҙ һанының дүрттән бере, тимәк, егерме биш була, - тип асыҡланы уҡытыусы.
…(Теге остан 26-сы яҙым,
Нисәнсе икән был остан?)…
…Мин тағы ла ҡырҡҡа сатнар инем,
Ҡалһам әгәр һинең хәлеңдә…
Р.Түләков.
…Ҡырҡ һағыш һарҡҡанын,
Ышанығыҙ, оноттом…
Т.Искәндәрова.
…Ҡыйыҡтары ҡара шәлдәр кеүек
Киске өйҙәр. 41. Ҡара көҙ…
…тәүләп
«Балаҡайым», тиеп өндәште
42-се йылда башҡорт апай…
Г.Ситдикова.
…Етмеш йәшлек бабай менән
Шул ук йәштәге инәй
Алтын туйҙарын уҙғара…
Ф.Ғәлиәхмәтов.
…Һуҡраныр ине һикһән йәшәр бөкрө ҡарт…
М.Нәзиров.
…Йөҙәрләгән ҡамыш телгә килә…
Р.Дәүләтҡолов.
…Йөҙәр йылдар элек Дүртөйлөнөң
Яландары буйлап йүгереп
Ялан тәпәй ҡыҙсыҡ йөрөгәндер…
Г.Ситдикова.
…Бөгөн ергә алтын көҙ килде,
Туйҙырырлыҡ берғә йөз илде…
Тыуған илем,
Йөҙ милләттең күңелендә
Дуслыҡ йыры тулған илем…
…Лениндың
Аҡылы быуаттар балкышын уятты…
Ф.Ғәлиәхмәтов.
- Апай, ә быуат ниндәй һан була?
- Ул, балалар, йөҙ һанына тиң, сөнки бер быуатта тап йөҙ йыл. – Һәм үҙе үк дауам итте:
…Сирек юлын мин үткәнмен икән
Күҙ күреме етмәс быуаттың…
…Тормош юлы һәр саҡ тиң түгел шул
Оҙон юлдарына быуаттың…
Р.Дәүләтҡолов.
Унан тағы уҡыусыларға һүҙ бирҙе. Ә уларға рөхсәт кенә булһын!
…Уның ғүмере – мең батырлыҡ…
…Мең түбәнлек – берәү выжданы…
…Мин мең тапҡыр бәхетлемен…
…Мең ярһыным, мең таштым…
Ф.Ғәлиәхмәтов.
…Йөрәгемдең боҙ булғансы,
Мең артыҡ та ҡуҙ булғаны…
Г.Якупова.
…Мең төрлө зиннәттән
ҡәҙерле ҡырым ул…
…Һәр еңеүең – мең ынтылыш аша…
…Юлын дауам итер меңдәрҙең…
…Мең йәшәр бер һөйөү – ҡарағай…
…Ә оҙатыр мең-мең рәхмәт…
…Мең-мең саҡрым аша…
Т.Искәндәрова.
…Был доньяның мең-мең серзәрен
Бөтөрлөкмө асып – белмәйем…
…Тыңғы бирмәс мең-мең һорауға
Һәр көн мең-мең яуап эҙләйем…
…Ҡолак һалам ҡош моңона,
Мең төрлө тауыштарға…
…Мең ҡатлы был донья, мең ҡатлы…
…Мең йәшәрлек мыҡты ҡарағайҙар
Киселеп төшә утлы ҡылыстан…
С.Миңлебаева.
…Бурыслымын һиңә мең тапҡыр…
М.Нәзиров.
…Меңдән ашыу ҡараш уратҡан…
Р.Түләков.
…Миллион йөрәк тибешенә төбәп (…)
Мин Өфөгә киләм…
Ф.Ғәлиәхмәтов.
…Терт иттереп миллион йөрәктәрҙе
Туптар шартлай…
С.Миңлебаева.
…Ҡыңғырау шылтырамаһа, нимә менән бөткән булыр ине был дәрес, бер шағирҙәр белә. Тик математика уҡытыусыһы Рәйфә Салиховна уларға бик рәхмәтле ҡалды. Шундай оло эште бер дәрестә еңеп сыҡ әле!
Мин дә бер хәҡиҡәтте үҙләштереп алдым. Вәт, малайҙар, һанарға би-ик тиҙ өйрәнәһегеҙ килһә, шиғыр уҡырға кәрәк! Йәш шағирҙарҙыҡын ғына ла түгел, өлкәндәрҙекен дә. Һай, ҡыҙыҡ нимәләр кү-ү-үп унда! Биғәйбә!
1993-
Шиғырлы дәрестәр
Математика дәресендә:
«Шиғыр уҡырға кәрәк, малай…»
Паро-тел сарлау

Кәрим бөгөн дәрескә тағы һандарҙы ятлап килмәгән. Уҡытыусы үткән дәресте ҡабатларға ҡушҡас, башын эйеп тик торасы.
- Оят түгелме һиңе, Кәрим? – тип оялта уны уҡытыусы апай. – Ана, Мараттан үрнәк алыр инең. Ул һандарҙы ҡалай тиҙ яттан күңеленә бикләп алды. Йә әле, Марат, һанап күрһәт.
Марат һикереп торҙо ла, теле-телгә эйәрмәй, берҙән йөҙгә ҡәҙәр һанап та сыҡты.
- Мин меңгә генә түгел, миллионга ҡәҙәр ҙә беләм әле. Дауам итәйемме? – тине унан, ирәйеп.
- Етеп торор әлегә. Ултыр, Марат, маладис! – тип мактаны уны уҡытыусы апайыбыҙ. – Бына, Кәрим, Мараттан өлгө ал. Хәтерҙе яҡшыртыу серҙәрен дә асып бирерһең бәлки, ә, Марат?
- Ә уның нимәһе бар? Мин шиғырҙәр укырға яратам, айырыуса йәш шағирҙарҙыҡын. Бына, мәсәлән:
…Ҙур бер эш тамамлаған кеүек,
Йәш бер шағир иркен һуланы…
…Йәш бер хирург
Иң ауыр операцияһын эшләне…
…Йәш бер шағир уртын тешләне…
…Йәш бер шағир шартлап асылды…
…Йәш бер шағир ҡапыл төшөндө…
…Берәү бер батырлык менән бөйөк…
…Сәңгелдәктә иҙрәп йоҡлай
Бер бала…
…Нисәү өсөн йәшәй бер йәне?!..
…Бер бөртөк тә орлоҡ төшмәгән…
….Күк-ғаләмдә ғәҙиҙ ерем
Бер саң ғына…
…Бер яғында ҡояш көлә,
Боҙ ҡаплаған бер яғын…
…Бер ҡитғала мин йәшәйем…
…Юрый ғына, бер һирпелеп ҡарап, -
Бер йылмайып ҡыҙзар уҙһалар…
…Сәскәләр шиңерҙәр бер аҙҙан…
…Был доньяла бер тамсымын…
…Бер тамсы булып ҡына…
…Донья бер шатлыҡтан тормағанда…
…Килер бер мәл…
…Был минута һулыштар ҙа
Бер инеләр…
…Уралымдың бер илсеһе булып…
…Талғын ғына бер көй сыңлағандай…
…Аҡ икмәккә ҡарап бер ҡарт илай…
Ф.Ғәлиәхмәтов.
Ошоларҙы һөйләп бөткәс, Марат Кәримгә өстән генә һөҙөп ҡарап алды ла:
- Шиғыр уҡырға кирәк һиңә, малай, - тип ҡуйҙы. – Шунан да яҡшыһы юҡ. Бына бит:
…Бер ынтылыш ҡына ҡәрәк тик,
Бер ынтылыш…
…Был үҙе бер тарих,
Үҙе бер ҡобайыр…
…Берәү ҡалды тауҙа…
…Моңһоу бер хәҡиҡәт…
…Бер хәҡиҡәтте астым…
…Һине бер күрергә теләүем…
…Үсә ине матур бер сәскә…
…Был сәскәғә етә бер ус тупраҡ…
…Бер ус шатлыҡ шулай бирәлер…
…Аңлашылмаҫ бер сфинкс миңә һинең төҫөң…
Т.Искәндәрова.
Уҡытыусы ла ҡыҙыҡһынып китте:
- Йәле, йәле, тағы!
Марат инәлдереп торманы:
…Юҡ, табылмаҫ бер көҫ…
…Еремә бер аҡ нур булып…
…Юлһыҙ-ниһеҙ саҡта
Йән булалмаҫ кеүек бер йәнем…
…Дәү бер донья бүләк иттең…
…Бер яҡтылыҡ булды бөгөнгө көн…
…«Ҡорал» тигән бер һүҙ булманы…
…Тағы бер көн ошо яман хәбәр…
…бер йәшәүем минең – бер бөтен…
…Тағы бер таң күрер өсөн генә…
…Тыуыр шундай бер көн…
И.Йәһүҙин.
Марат тын алайым, тип туҡтап та бөтмәне, тирә-яҡтан урман кеүек ҡулдар күтәрелде:
- Апай, апай, беҙ ҙә беләбеҙ, мөмкинме?!
- Мөмкин, билдәле. Әйҙәгеҙ, бына был партанан, Әхсәндән башлайыҡ. Бөтәгеҙгә лә сират етер, йәш шағирҙәр шаҡтай бит. Әхсән, әйҙә…
Әхсән сәсрәп торҙо ла, тезеп китте:
…Һеҙгә лә бер тейер иҙгелегем…
…Бер һүҙ етә боҙланырға…
…Барыһы ла шул бер һүҙзән…
…Аңламайым – ниңә бер бәндә,
Бәхетлеләр артһа, көйөнә?
…Абынғанды көткән бәндәгә
Артыр ине бер һүҙ һөйләргә…
…Бер битараф булып йәшәргә
Тыуҙыммы ни бында...
…Ғәфү иттем… Мин бит бер ҡатлы…
…Ҡара, тине аҡты бер бәндә…
…Атылғанда берәү упҡынға,
Тотоп ҡалдым уны ҡыҙғанып…
…Мин дә түгел хәҙер бер ҡатлы…
…Күк йөҙөндә бер ни күренмәй…
…Был афәттә, беләм, ғәепле бит,
Ғәепле бит һеҙҙең берегеҙ.
Шул берегеҙ бында усаҡ яҡты…
…Ер шарының һәр бер нөктәһенә
Төбәй дошман үлем уҡтарын…
…Был беҙҙең бер кескәй доньяла,
Бар нәмә әйләнә, тулғана…
…Кем килә беренсе сабышта?...
…Больницала бөгөн көрәш барҙы
Бер ғүмерҙе һаҡлап ҡалыуға…
…Бер үк тупраҡ ҡуйынында
Ҡолдары ла, батшаһы ла…
…Минән күҙ йәштәрен
Көтә ине берәү тилмереп…
…Дуҫтарымдың ошо бер кәңәшен
Хәтеремдә тотам…
Иҫ киткес бер моңло көйҙө
Уйнағайның ҡурайҙа…
…«һинән ҡәҙерлерәк
Бер кешем юҡ минең доньяла»…
…Аҡланып һин бер һүҙ әйтмә…
- Йә, етеп торор, Әхсән. Ултыр. Сулпан Миңлебаева апайыңдың ижатын яҡшы өйрәнгәнһең. Бәлки тағы ла уның әҫәрҙәренә мөҡиббән китеүселәр барҙыр?
- Мин! – тип һикереп торҙо Айрат һәм, әйткәнде лә көтмәй, бер-бер артлы шигыр юлдары теҙә башланы.
…Йылдар буйы йөрәгендә
Бер һүҙ ята һөйгәненә,
Бары ул тип көйгәненә,
Берҙән-берем тигәненә…
…«Белмәйҙәр, - тип, - һис бер әҙәп,
Оноттолар йолаларҙы».
…Бындай сағым
Беренсе кат минең ғүмерҙә…
Беренче ҡат һағыш алдында мин
Күҙ йәшемде түгеп еңелдем…
…алйып, йә аҙашып,
Бер урамды күпме ураным…
…ҡанат ҡуйҙың,
Йондоҙло тон, моңһоу бер ҡыҙға…
…Кеҫкәй генә ошо бүләк
Бер сер булып ҡалды инде…
…Ә мин бары яңы ғына
Көй өйрәнгән бер ҡурайсы…
…Әйтелмәйсә һаман ҡала бирә
Һиңә генә әйтер бер һүҙем…
…Бер үк һүҙҙе өҙөлөп ҡабатлайым…
С.Миңлебаева.
- Рәхмәт, Айрат. Тик бында һин генә түгел бит әле. Унан башҡа шағирҙәр ҙә үҙ өлөшөн көтәлер.
- Ярай һуң. Бына Зәлифә Марис Нәзировтын шиғырҙарын ярата. Сөнки ғашиҡ булған, хи-хи-хи…
- Йә, ундай әйберҙән көлөргә ярамай, Айрат. Яратһын, әйҙә, зыяны юҡ. Әйҙә, Зәлифә аҡыллым…
Зәлифә Айратка бер аҡайып ҡараны ла, ҡыҙарып-бүртенеп тороп баҫты һәм шиғыр һөйләй башланы:
…Бер һүҙендән бәхетлемен…
- Әйттем бит мин һеҙгә… - тип Айрат ҡысҡырып ебәргәйне… ауыҙына Зәлифәнең бер ҡитабы «шап!» итеп барып тейгәс, бер аҙға шым булды. Ә Зәлифә, илап, кластан сығып уҡ йүгерҙе.
- Ярай, балалар, тәртипле булығыҙ. Сираттағы укыусыға күсәйек. М.Нәзировҡа ла барып етербеҙ. Әйҙә, Зәйтүнә башла.
…Ҡан-йәш түкмәй бер еңеү зә килмәй…
…Һәр бер көндең үҙ ҡайғыһы…
…Бында бер нәмә лә артыҡ түгел…
…Барыһы ла бында бер бөтен…
…Ә мин кем һуң, бер сүп түгелме?!..
…Йүкәләрҙең бер япрағы булып…
…Бер көн ауырмын,
Уны мин беләм.
Ауған еремдән
Сығыр бер үлән…
…Бер һылыуға күҙем төшөп,
Ауыҙым беште, малай!..
…Ҡурсаларға бер кем дә юҡ…
…Иламағыҙ! Бер ни булмаған.
Бары көсөк үлгән…
…Эстән көйөп, тыштан көлөп
Дәртле бер йыр һуҙған булам…
Сәсен йолҡоп илай бер ҡол
Мәхәббәт зинданында…
…Барыбыҙ ҙа бер үк йорттан…
…Бер мөғжиҙә күрҙем бер төн,
Һөйләйем мин алдамай…
…Хәлдәремде белгең килһә, иркәм,
Бер әйләнеп ҡара ҡаҡ тауға…
…Йәш бер бала ыңғайына
Уйнаған һымаҡ булдым…
…Бер ҡара ҡош моңһоу ғына йөҙә…
…Әле лә исемдә
Томанлы бер иртә…
Бары бер минутҡа
Яңылышып ҡына килһәңсе.
Көтә-көтә тағы бер көн үтте…
…Бер кем ҡаршы алмай…
…Юҡ уларҙы бер кем ҡайғырткан…
Р.Дәүләтколов.
- Ярай, балалар, етеп торыр бөгөнгә…
- Юҡ, апай, юҡ, һөйләйбеҙ! Һөйләйек, йәме???
- Ярай, улай булғас… Сөмбөл, инде һин дауам ит, - тине укытыусы апайыбыҙ, ниңәлер тәҙрәгә ҡарап. Ул да ҡайғырып китте инде әллә? Кемде кем ҡайғыртһын инде был болғансыҡ бер заманда.
…Алыстарҙан дәртле бер көй килә…
…Их, тағы ла бер күрәһе ине…
…Яңы кейәү табып, бер көн шулай
Ул Иванын ҡыуа өйөнән…
- Минең апай кеүек икән… - тип үҙ алдына һөйләнеп ҡуйҙы артҡы партала ултырыусы Вәсим, партаға һалған башын күтәреп. – Уныһын да ҡыуа ул, тегеһе лә бик һөйөнмәһен.
…Бизәнергә тиеп яҡын килһә,
Бер тәлмәрйен ҡарай көҙгөнән…
- Еҙнәм әйбәт ине, шул кәрәк уға, - тине Вәсим, һөйөнөп. Кемдер көлөп ебәрҙе, кемдер илай башланы. Тик апай уларга иғтибар итмәне, бирелеп шиғыр тынлай ине. Ә улар ағылды ла ағылды.
…Сабый ҡулы кеүек бер япрағы
Ҡуйынына керҙе йәшенеп…
…Хайран бер ваҡиға
Ҡат-ҡат килә тағы уема,
Аэропортта бер саҡ урыс ағай...
…Ҡолаҡ һалып ҡына торсо бер аҙ…
…Ҡояш байыр яҡта ир-егеттәр,
Бер ҡайтырҙар ҡояш сығарып…
Г.Ситдикова.
- Бәлки етер, балалар? – тине уҡытыусы, хәлһеҙ генә.
- Юҡ, юҡ, беҙ арыманыҡ әле!
- Әйҙәгеҙ һуң, кем унда сиратта?
- Мин! – Вәкил тауыш бирҙе.
…Бер уйлаһаң, нимә - ағайһыҙлык,
Һез атайһыҙ үскән ағайҙар…
…Һаҡмар
Шул таштарға бәрелеп ярһына:
Ажғырып бер төптәренә бәрә,
Йә сығарып ташлай ярына…
…- Үҙәнеңдә әгәр бер таш булһам,
Сөңгөлөңә сөй һин, Заманым!..
…Зәңгәрлектә эҙе ҡала
Бер ҡоштоң…
…Ауылым йоҡлай, тик бер генә өйҙөң
Тәҙрәһендә уты йылтырай…
…Ихлас төшөп бер ир бала бейей…
…Бала, баҫҡан һәр бер ҡарышыңды…
…Ҡаршылайым бер ғәжәпһеҙ генә,
Өйрәнгәнмен ундай ҡылыҡка…
…Ә бит уның тик бер йылмайыуы…
…Бер һелкенһә шул тулҡындар,
Ниндәй боҙҙар аҡтарылған…
Р.Түләков.
Вәкилдән эстафетаны Вил эләктереп алды:
- …Бер генә беҙҙең Тыуған ил,
Бер генә тыуған әсә.
Бер генә һөйөү, мөхәббәт…
…«Бер генә»нең кәҙерен бел…
…Кеше лә бер генә тыуып,
Бер генә тапҡыр үлә…
…Тағы бер ят егет аты
Ҡайыра, ти, беҙҙең яҡты…
…Ҡыҙғанма,
Ҡалдыр бер аҙға…
…Телдәребеҙ бер, ә ниңә
Аңлашып булмай һис тә?..
…Һәр бер тән күҙәнәгемә
Тыуасаҡ моң булып һеңгән…
…Ләкин уға бер ҡорт төштө
Бөгөн килеп…
…Бер тултырып, һынап ҡарауҙары
Бар доньяны ғашиҡ итерлек…
Р.Усманова.
…Бер минуттай уны күрҙем,
Һағышы ғүмерлеккә…
Ус эсенә алып йәнен
Миңә лә берәү килер…
…Әйт бары бер һүҙ генә…
…Бер тамсылай һыу булсаһы,
Үҙән буйлап киләм яңғыҙ…
…Таралышҡан тулҡындарҙы
Бер көтөүгә кемдәр йыйыр?..
…Бер күреүҙә ғажиҙ ҡалып
Йөрәккә ут ҡабырҙай…
Ә.Үтәбаев.
- Ә Миңлегөл Хисамова апайығыҙҙың шиғырҙарын кем белә?
- Мин беләм, - тип, Гөлүсә оялсан ғына урынынан күтәрелде лә, ҡапыл, ҡыҙып китеп, ҡулдарын һелтәй-һелтәй һөйләй башланы:
- …Һин бит беҙҙең өсөн,
Ғәҙиҙ Башҡортостан, берҙәнбер…
…Бер услап ҡына йотһам да,
Һыуһыным ҡанып ҡала…
…Япрактарҙан бер гөлләмә йыйғас…
…Әллә үҙем бер хыялый,
Яратам бурандарҙы…
…Ынйы-ҡар өстөнә
Бер күҙ ташлаһаңсы, аҡыллым…
…Энә күҙендәй бер ғүмереңә,
Тормош, тормош, һиңә бик риҙа…
…Тупылдатып бер һөйәһе килә…
…Яҙҙан көҙгә бер аҙым…
…Бәхетемә тик бер аҙым…
…Тыуған илең кеүек, әсәң бер ул…
…уйнай йәш бәпкәләр,
Бер осоноп китеп, бер тынып…
Ҡапыл, Гөлүсәне бүлдереп, Вәсим һикереп торҙо ла:
- Апай, ә, апай, ҡарт бәпкәләр – ул үскән ҡаҙҙар була, әйеме? – тип шатлығын уртаҡлашты. Тик уны уҡытыусы апай тағы ишетмәне. Марат ҡына:
- Тик кенә ултыр, тип әйтәләр һиңә-ә! – тип, үртәлеп, уның башына сиртеп алды. Вәсим, күңелһезләнеп, тағы башын партаға һалып, тыңларга әҙерләнде. Гөлүсә тамамлай ине инде:
…Ергә һеңгән тере фажиғәне
Бер көс тә юҡ ерҙән юйырлыҡ!..
…Бала баға бер йәш әсә…
М.Хисамова.
- Ә мин Г.Якупованың шиғырларын беләм, - тип урынынан ҡуҙғалды Йәмилә, был ҡыҙыҡай тынып ҡалыр-ҡалмаҫ.
- Тыңлайбыҙ һине.
…Бер көн тормош
Автограф һорар кешенән…
- Уныһы нимә була тағы? – тип йәнләнеп ките тиктормас Вәсим.
- Автографмы? – тип ҡабатлап һораны уҡытыусы. – Мәскәүҙә 1964 елда сыҡҡан «Русса-башҡортса һүҙлек»тә был һүҙ «авторҙың үҙ ҡулъяҙмаһы» тип аңлатылған.
- Улай икә-ән… - тип һуҙзы Вәсим. Уға тағы ҡыҙыҡ бөттө.
…Көмөш кенә боҙон шишмәнең
Эй суҡыны бер ҡош…
…донья хайран ҡалып,
Шып-шым ғына торҙо бер тына…
…бик-бик ашыҡһаң да,
Бер булмаһа, туҡтап, бер тыңла!..
…Дауыл ҡосоу, дарья кисеү –
Тик бер тапҡыр татыр бәхет…
…Тылсымлы бер әкиәт: таң ата…
…Мәндемемә киләм,
Бер күрергә уны йән атып…
…тәнем сихәт ала,
Һыуҡайыңды эйелеп бер йотһам…
…Бәхетлелер…
Бер шатлығын меңгә бүлеп,
Ҡояш итеп өләшеүсе…
…Әйтерһең, яҡшы ат менән
Бер ир килә…
…Тар итеп киң урамдарын
Бер ир килә…
Йондоҙ ҡабыҙып йыһанда
Бер ир килә…
…бер нахак һүҙ
Хистәремде һүрәнәйтә…
…Тик берәүҙе тапмай күҙләйем…
…Күңел, баҡһаң, әйтерһең, бер ташлыҡ,
Тамыр йәймәс кеүек бер гөл дә…
…Күңелеңде бер баҫыуҙай ярып,
Өр-яңынан орлоҡ сәсәһең…
…Тик бер сәскәс, барыбер ураһың ул…
Г.Яҡупова.
- Йә, инде Кәримдән һорайыҡ: хисапларға ниндәй һандан башлайбыҙ? – тине уҡытыусы.
- Бер! – тип ҡысҡырып ебәрҙе Кәрим, шатлығы эсенә һыймай.
- Маладис! Йә, хәҙер сираттағы һандан дауам итәйек. Тик инде оҙаҡҡа һуҙмайыҡ, Кәрим тиҙ төшөнөр, тип ышанам. Йә, Марат, тағы һинән башлайбыҙ.
…Ике көс йәшәй йәнәшә…
…Ошо ике төскә мансылғандар…
Ф.Ғәлиәхмәтов.
…Ошо ике осо булмаһа…
…Ике «исәр» һәм бер япраҡ…
- Бер һаны булды бит инде!
…Беҙ икебеҙ бер үк романс яҙҙык…
…Ут-ҡанаттар ике яҡҡа ҡайырылды…
…Сәкәләште ике ғәйрәт, сәм, ғорурлыҡ…
…Тутығалар ике ҡылыс ике ҡында…
…Ике утын яна усаҡта…
…Ҡалды ике утһыҙ ҡором-таш,
Ике йәнһеҙ, уйһыҙ торонбаш…
…Айырған да ике йәнде бер-береһенән…
…Ике тамсы – береһе яҙ ярсығы,
Икенсеһе – көҙҙөң күҙ йәше…
Т.Искәндәрова.
- Инде Әхсән дауам итһен…
- …тормош шулай, ике бүләнән..
И.Йәһүҙин.
…Икенсеһе кеше бәхетен
Үзенеке күреп һөйөнә…
…Һиңә кем тип өндәшергә?
Ялағаймы? Ике йөҙмө?..
…Ҡасан ғына балан йыйҙыҡ
Беҙ икәү был туғайҙа…
С.Миңлебаева.
…Тигеҙ урын алған икеһе лә
Йөрәгемдең иң-иң түрендә…
…Бейәләйҙәр – ике бармаҡлы,
Фронтҡа былар…
Г.Ситдикова.
…Ғәжәп итеп оҙаҡ ҡарап торҙом
Йәнәш үскән ике сиренгә…
Р.Түләков.
…Ике йыл ул, һөйөп көтһәң,
Оҙаҡ түгел…
…Һин ике көн яҙмай торһаң,
Ике елдай була шул саҡ.
Ике көн ул
Хәтәр оҙаҡ…
…Икебеҙ ике яртыһында
Ҡалдыҡ тороп…
Р.Усманова.
…Икәү гиҙгән туғайҙарҙы
Ялғыҙым үтәм…
…Икәүләшеп йыһан гиҙәйек беҙ…
…Төнөм менән һерләшәбеҙ икәү…
…Яндарымда ике сәскә генә -
Ике балам инә ҡосаҡҡа…
…Көйрәп яна
Ике яҙмыш ике тупһала…
…Икеһе лә, мәңге сер булып
Ерем йөҙкәйенә уйылған…
М.Хисамова.
- Апай, апай, ә миңә… Яраймы? – тине кинәт Кәрим.
- Ниңә ярамаһын, ярай. Әйҙә әле, - тип, йәнләнеп, уҡытыусы өстәлдән ауырайған башын күтәрҙе.
…Бер үк ялҡын – ике ҡосакта…
…Бергә көйөп, бер көл булырға
Яҙған яҙмыш ике ут-йырға…
Т.Искәндәрова.
…Сәхнәләргә, шаулы майҙандарға
Ике аяҡтың берен атламам.
Р.Түләков.
- Бына бит, Кәрим, тырышһаң, була икән. Хәҙер икегә ҡәҙәр һанарга өйрәндең, иғтибар менән тыңлап ултыр. Йә, балалар, тағы кемдәр ниндәй һандар белә?
Уҡыусылар быны ишетеү менән бер-бер артлы берәмләп тә, икешәрләп тә, хатта өчәрләп тә һикереп тороп, шиғыр һөйләй башланылар. Мәхшәр ҡупты.
…Өсәү… икәү…
Тик юҡ янда өсөнсө дус…
Т.Искәндәрова.
…Өс тел – тотҡа күңел усагыма,
(- Ә беҙҙең күңел усағының тоткаһы ҡайҙа булды икән? Тағы ла атай һатып эскәндер инде… Ни бысагыма… - тип үҙ алдына һөйләнде Вәкил).
Өс терәкле – тормош тағаным…
Һуғыш тамам, өс ғармунсы китеп,
Берәү ҡайтты…
ГСитдикова.
…Һауаларҙы иңләп-буйлап бара
Өсмөйөшлө ҡоштар көтөүе.
М.Хисамова.
…Дүрт тарафҡа һәр саҡ табынам мин…
Дүрт тарафҡа тағы баш эйәм…
И.Йәһүҙин.
…«Алда икмәк торһа,
Дүрт мөйөшлө өстәл – түңәрәк»…
Р.Усманова.
…Билен биштән быуған илем…
Ф.Ғәлиәхмәтов.
…Энәләй ҡайғыһын, дөйәләй, тип, бишкә төрөр…
Т.Искәндәрова.
…Биш энәнең сыңы ҡөй оҙатыр
Йырға күсһә әрнеү-һағыштар…
Г.Ситдикова.
…Бишектәге бишкә төрләнер ул…
…Билкәйеңде биштән быуаһың да,
Ырғытаһың ташты…
Г.Якупова.
…Алтаулап шинель элгәндәр,
Имән сөй һаман түҙгән…
Г.Ситдикова.
…Ергенәмдең йөрәк тамырҙары
Тулышҡандай ете ҡатынан…
Р.Түләков.
…Ете төндә - етмеш уйым…
Г.Ситдикова.
…Етегән!
Һин ниңә алтау түгел икән,
Һин ниңә һигеҙ түгел икән…
…Киң сәхнәлә ете кыҙ бейей…
Р.Түләков.
(- Улар ниңә алтау түгел икән,
Улар ниңә һигеҙ түгел икән… Апай, апай, мин дә шиғыр сығарҙым!!!!!!!!! – тип илереп ҡысҡырып ебәрҙе Вәкил һәм… уянып китеп, бының төш кенә икәненә һөйөнөп, тағы ла сығыш ясауһыларҙы иғтибар менән тыңлай башланы).
…Ете тау артылам, ете дарья,
Ете ҡат ер ярып атлайым…
Г.Яҡупова.
…Ете шәменә лә ут алып…
…Һинең өсөн ете урман,
Ете һыу кисәм кеүек…
И.Йәһүҙин.
…Әйтер ине һигеҙ йәшәр пак сабый…
М.Нәзиров.
…9-сы Май табынынан, гүйә,
Фронтовикты илтәм өйөнә…
Р.Түләков.
…Ирҙәрҙең бар йәшәү өсөн сарсап
Ун үлемде еңеп сыҡҡаны…
Ф.Ғәлиәхмәтов.
…Әй, был тормош. Ниндәй ҡатмарлы ул,
Ун көйҙөрә, берҙе һөйҙөрһә…
Р.Түләков.
…Ынтылыр ине йөҙйәшәр егет…
М.Нәзиров.
…Ун һигеҙ яҙ аҡ торналар менән…
Т.Искәндәрова.
…Ғинуарҙың егерме берен
Онотор тиһең кемдәр…
Ғинуарҙың егерме бере –
Урамда бөгөн һалҡын…
Ф.Ғәлиәхмәтов.
…Бер сиреге тиеп яҙам, да ул,
Шулай була ҡалһа, ҡана һуң…
Р.Дәүләтҡолов.
- Сирек, балалар, йөҙ һанының дүрттән бере, тимәк, егерме биш була, - тип асыҡланы уҡытыусы.
…(Теге остан 26-сы яҙым,
Нисәнсе икән был остан?)…
…Мин тағы ла ҡырҡҡа сатнар инем,
Ҡалһам әгәр һинең хәлеңдә…
Р.Түләков.
…Ҡырҡ һағыш һарҡҡанын,
Ышанығыҙ, оноттом…
Т.Искәндәрова.
…Ҡыйыҡтары ҡара шәлдәр кеүек
Киске өйҙәр. 41. Ҡара көҙ…
…тәүләп
«Балаҡайым», тиеп өндәште
42-се йылда башҡорт апай…
Г.Ситдикова.
…Етмеш йәшлек бабай менән
Шул ук йәштәге инәй
Алтын туйҙарын уҙғара…
Ф.Ғәлиәхмәтов.
…Һуҡраныр ине һикһән йәшәр бөкрө ҡарт…
М.Нәзиров.
…Йөҙәрләгән ҡамыш телгә килә…
Р.Дәүләтҡолов.
…Йөҙәр йылдар элек Дүртөйлөнөң
Яландары буйлап йүгереп
Ялан тәпәй ҡыҙсыҡ йөрөгәндер…
Г.Ситдикова.
…Бөгөн ергә алтын көҙ килде,
Туйҙырырлыҡ берғә йөз илде…
Тыуған илем,
Йөҙ милләттең күңелендә
Дуслыҡ йыры тулған илем…
…Лениндың
Аҡылы быуаттар балкышын уятты…
Ф.Ғәлиәхмәтов.
- Апай, ә быуат ниндәй һан була?
- Ул, балалар, йөҙ һанына тиң, сөнки бер быуатта тап йөҙ йыл. – Һәм үҙе үк дауам итте:
…Сирек юлын мин үткәнмен икән
Күҙ күреме етмәс быуаттың…
…Тормош юлы һәр саҡ тиң түгел шул
Оҙон юлдарына быуаттың…
Р.Дәүләтҡолов.
Унан тағы уҡыусыларға һүҙ бирҙе. Ә уларға рөхсәт кенә булһын!
…Уның ғүмере – мең батырлыҡ…
…Мең түбәнлек – берәү выжданы…
…Мин мең тапҡыр бәхетлемен…
…Мең ярһыным, мең таштым…
Ф.Ғәлиәхмәтов.
…Йөрәгемдең боҙ булғансы,
Мең артыҡ та ҡуҙ булғаны…
Г.Якупова.
…Мең төрлө зиннәттән
ҡәҙерле ҡырым ул…
…Һәр еңеүең – мең ынтылыш аша…
…Юлын дауам итер меңдәрҙең…
…Мең йәшәр бер һөйөү – ҡарағай…
…Ә оҙатыр мең-мең рәхмәт…
…Мең-мең саҡрым аша…
Т.Искәндәрова.
…Был доньяның мең-мең серзәрен
Бөтөрлөкмө асып – белмәйем…
…Тыңғы бирмәс мең-мең һорауға
Һәр көн мең-мең яуап эҙләйем…
…Ҡолак һалам ҡош моңона,
Мең төрлө тауыштарға…
…Мең ҡатлы был донья, мең ҡатлы…
…Мең йәшәрлек мыҡты ҡарағайҙар
Киселеп төшә утлы ҡылыстан…
С.Миңлебаева.
…Бурыслымын һиңә мең тапҡыр…
М.Нәзиров.
…Меңдән ашыу ҡараш уратҡан…
Р.Түләков.
…Миллион йөрәк тибешенә төбәп (…)
Мин Өфөгә киләм…
Ф.Ғәлиәхмәтов.
…Терт иттереп миллион йөрәктәрҙе
Туптар шартлай…
С.Миңлебаева.
…Ҡыңғырау шылтырамаһа, нимә менән бөткән булыр ине был дәрес, бер шағирҙәр белә. Тик математика уҡытыусыһы Рәйфә Салиховна уларға бик рәхмәтле ҡалды. Шундай оло эште бер дәрестә еңеп сыҡ әле!
Мин дә бер хәҡиҡәтте үҙләштереп алдым. Вәт, малайҙар, һанарға би-ик тиҙ өйрәнәһегеҙ килһә, шиғыр уҡырға кәрәк! Йәш шағирҙарҙыҡын ғына ла түгел, өлкәндәрҙекен дә. Һай, ҡыҙыҡ нимәләр кү-ү-үп унда! Биғәйбә!
1993-28.09.1994

Добавить комментарий